Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 3600-ҙән ашыу кеше йыртҡысты ауларға теләк белдергән. Һунарсыларға квоталарҙы тапшырыу интернет аша, тура трансляция барышында башҡарылған. Быйылғы миҙгелдә 516 һоро айыу ауларға рөхсәт ителә.