Юбилей уңайынан төп саралар август аҙағында уҙа. 30 августа Инорс биҫтәһендә Ишеү слаломы комплексы, Дуҫлыҡ монументы ҡаршыһында Ағиҙел йылғаһы буйында Башҡортостан һәм Абхазия дуҫлығына арналған коллонада асыла. “Ватан” этнопаркында “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана. Төп ваҡиғалар 31 авгусҡа тәғәйенләнгән. Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалына. Бында махсус хәрби операция ветерандарын хөрмәтләү сараһы ойошторола. Октябрь районында Көрәш һарайы асыла, “Өфө-Арена” янында “Ваҡыт йылғаһы” тигән театрлаштырылған тамаша күрһәтелә. Байрам көндәрендә баш ҡаланың бөтә майҙандары һәм парктарында халыҡ өсөн мәҙәни- һәм спорт-күңел асыу саралары үткәрелә.