“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә

Әлегә 147 меңдән ашыу  кеше һаулығын тикшерткән. Күсмә медицина поезы билдәләнгән маршрут буйынса эшләй. Бөгөн табиптар Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк, Салауаттың Арҡауыл, Бөрөнөң Иҫке Баҙан, Дәүләкәндең Суйынсы-Николаевка, Күгәрсендең Мәҡсүт һәм Өфө районының Булгаков   райондарында халыҡты ҡабул итә.