ЗАГС реестры 1 ғинуарҙан алып авгусҡа тиклемге мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Һирәк исемдәр араһында Айым, Фина, Катарина, Ева-Карнелия һәм Ань-Зыонг бар. Малайҙарға Тристан, Ариз, Федор, Мәжит һәм Мөхәмәтсафа тигән үҙенсәлекле исемдәр ҡушылған. Иң популяр исемдәр Әминә, София, Йәсмин, Арина, Тимур, Әмир, Марк һәм Артем булған.