Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Никита Вәлиев Шайморатов ордены менән бүләкләнде

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Никита Вәлиев Башҡортостан башлығы указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Радий Хәбиров хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә офицерға дәүләт наградаһы тапшырҙы. Яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә гвардия айырым танк батальоны командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Ул Нефтекама эргәһендә Әмзә ауылында тыуған. Хеҙмәтен масхус хәрби операцияның тәүге көндәрендә башлай. Ул Башҡортостанда тыуған, Рәсәй Геройы Борис Дудко командалығында хеҙмәт иткән. Никита Вәлиев шулай уҡ өс дәрәжәләге «Батырлыҡ ордены» кавалеры. Батыр ир-егнеттәрҙең тыуған еребеҙҙең киләсәген төҙөр өсөн иҫән-һау ҡайтыуы мөһим. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм беҙ һеҙҙе Еңеү менән көтәбеҙ, - тине Республика етәксеһе.