Иглин районында урынлашҡан «Терра» этнопаркы биләмәһендә беренсе тапҡыр күсмә халыҡтар мәҙәниәте фестивале үтте. Сараға илдең 15 төбәгенән ҡунаҡтар килде. Фестивалдә «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге « программаһы буйынса Өфөнән туристар ҡатнашты. Йәйге туристик миҙгелде ябыуҙың һуңғы этабына ҡунаҡтар өсөн ҙур күңел асыу программаһы әҙерләнгән.
Программала ат спорты ярыштары, «Тайтулаҡ», «Ауҙарыш», «Ылаҡ» уйындары үтте. Шулай уҡ төрлө халыҡтарҙың музыка ҡоралдары конкурстары, башҡорт милли уйындары, ижади ярыштар ойошторолдо. Уҡтан атыусылар мәргәнлеген һынаны.