Радий Хәбиров министрлыҡ-ведомстволарға көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү юлдарын барларға ҡушты

Тиҫтәгә яҡын йөкләмә. Башҡортостан башлығының бөгөнгө оператив кәңәшмәһен ҡуйылған бурыстар буйынса рекордлы тип әйтергә мөмкин. Радий Хәбиров министрлыҡ-ведомстволарға тиҫтәгә яҡын көнүҙәк проблеманы хәл итеү юлдарын барларға ҡушты. Төп йөкләмәләр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Янғын кеше ғүмерҙәрен ҡыйған, барлыҡ мөлкәтен көлгә әйләндергән фажиғә. Яҡында янғын һүндереү часы булмауы ут килтергән зыян күләмен тағы ла арттырыуы ихтимал. Мөрсәлим ҙурлығы буйынса Салауат районындағы икенсе ауыл, район үҙәгенән 50 километр алыҫлыҡта ята. Мөрсәлимдә янғын һүндереү депоһы иҫке гаражда урынлашҡан, техника иҫке. Ауыл хакимиәте башлығы проблема менән Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән.

Соҡор-саҡырлы юлдар буйынса ла аныҡ йөкләмә бар. Илеш районы ауылдарныда, Учалы районына Миәс ҡалаһынан ингән яҡта, Нуриман районында юлдарҙы төҙөкләндереү талап ителә.

Башҡортостанда 2025 йылға тиклем 118 ауылды зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу ҡарала. Проблема ҙур ауылдарҙа хәл ителгән, сиратта- бәләкәй тораҡ пункттар.

Шишмә районының Алкин ауылын да төҙөкләндереү көтә. Республиканың төрлө төбәктәренән халыҡты йәлеп иткән "Патриот" паркы ошо ауыл эргәһендә урынлашҡан, хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе йөрөп эшләй. Йәйәүлеләр өсөн тротуар булму сәбәпле уларға юлдан йөрөргә тура килә.

Оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияға ярҙам иткән эшҡыуарҙарҙы дәртләндереү сараһы ла ҡаралды. Радий Хәбиров фекеренсә, илгә иңен ҡуйғандарҙың хеҙмәтен ваҡытында баһалау шарт.

Хәйбулла районында Илештәге һымаҡ терәк лагеры барлыҡҡа килеүе мөмкин. Республикала балаларҙың ялын ойоштроуға, һауыҡтырыуға, хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә етди иғтибар бирелә.

Республика башлығы инвалидыҡ менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү бурысын да ҡуйҙы. Физик мөмкинлеге сикләнгән ир балаларҙың ата-әсәләренә бәлиғ булыу менән инвалидлығын хәрби комиссариат алдында иҫбатларға тура килә. Радий Хәбиров был процедураны еңеләйтергә ҡушты.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ мәғариф учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеге, хужалыҡтарҙа урып-йыйыу эштәре барышы ла тикшерелде.

Рәмзиә Кәримова