Баймаҡ районында «Еңеү, тыныслыҡ, һалдаттар именлеге өсөн!» акцияһы иғлан ителде

«Еңеү, тыныслыҡ, һалдаттар именлеге өсөн!» Баймаҡ районы Түбә ауылы биләмәһендә иғлан ителгән акция шулай тип атала. Изге сарала һәр урам аҙна һайын аҡ ҡорбан салдырып, мәсеттә йола ғәмәлдәрен башҡара, аят уҡыта.

Сапсал һәм Еңеү урамдары ҡатын-ҡыҙҙары аш-һыу яраштыра. Салған ҡорбандың киҫәге лә әрәм булырға тейеш түгел, ти улар. Аят табынына эсәк-ҡарындан тултырма, бәлештәр ҙә бешерҙеләр. Өҫтәл артында һәр кем ир-егеттәрҙең тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне.

Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яугирҙарҙың яҡындары интернет селәрендә чат булдырып бер-береһенең, егеттәрҙең хәлдәрен белешеп тора. Ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы бергәләп ҡаршы алалар, һәр яҡлап ярҙам итәләр.

Ауыл биләмәһендә иғлан ителгән ,,Еңеү, тыныслыҡ, һалдаттарыбыҙ именлеге өсөн !,, акцияһынан Түбә ауылының бер урамы ла ситтә ҡалманы. Аҙна һайын ауыл мәсетендә ҡорбан аштары үткәрелде, изге теләктәр әйтелеп аяттар уҡылды. Ауылдаштар гуманитар ылау туплауҙа ла әүҙем ҡатнаша, хәлдән килгәнсә ярҙам күрһәтә.

Раушания Рәхимова