Краснокама районында законһыҙ ҡыҫала тотоусы 48 йәшлек ир ҡулға алынған

Ул тәбиғәткә 1,5 миллион һумлыҡ зыян килтереүҙә ғәйепләнә. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әшит ауылы эргәһендә Благовещендән килгән транспорт туҡтатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре багажникта 11 мең тере йылға ҡыҫалаһы таба, уларҙың дөйөм ауырлығы 324 килограмм. Табыштың 80 проценты йәш булып сыға, уны тотоу тыйыла. Ҡулға алынған браконьер ҡыҫалаларҙы артабан һатырға уйлаған. Ғәйепләнеүсегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта ваҡиға шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән оператив саралар һәм тикшереү эштәре бара. Тартып алынған ҡыҫалалар кире йылғаға ебәрелгән.