Республикала «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысында 2021 йылда старт алған «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы республикала уңышлы тормошҡа ашырыла. Өс йыл эсендә республика бюджеты иҫәбенә 75 миллион һумға 120 мәҙәниәт белгесе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. 2023 йылдан субсидия күләме ике тапҡырға артып 1 миллион һум тәшкил итә, түләүҙе хәҙер автомобиль һатып алыуға ла тотонорға мөмкин. Проекттың Әлшәй районында ғәмәлгә ашырылыуы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.

Геометрик фигура менән алма һүрәтен төшөрөү тәү ҡарашҡа ғына еңел һымаҡ. Һәр миллиметрын дөрөҫ төшөргәндә генә һүрәт ысынбарлыҡты сағылдыра ала. Балалар тырыша, сөнки киләсәктә уларға был белем һөнәр үҙләштергәндә кәрәк буласаҡ. Өҫтәмә белем алырға йөрөүсе һәр уҡыусы буласаҡ профессияһын алдан билдәләгән. Мәҫәлән, Рената дизайнер, ә Әлфинә архитектор булырға хыяллана.

Уҡытыусыбыҙ беҙгә һүрәт төшөрөү серҙәрен матур итеп аңлата. Мәктәптә рәсем дәресендә алған белемдән тыш бында шөғөлләнеүем миңә архитектура йүнәлешендә уҡырға инергә ярҙам булыр тип ышанам) )

Әлфинә Ғилманова, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы

Руфь Бикмаева Әлшәй районы балалар сәнғәт мәктәбенә өс йыл элек эшкә килгән. Йәш белгес утыҙҙан ашыу уҡыусыға өҫтәмә белем бирә.

Ырымбурҙа колледж тамамлап килдем. Был мәктәптә коллектив йылы ҡаршы алды. Рәхмәтлемен, ижади эш өсөн бөтә шарттар бар.

Руфь Бикмаева, Әлшәй балалар сәнғәт мәктәбе педагогы

Ҡыҙым һүрәт төшөрөргә яратҡас, бында уҡырға бирҙек. Тиҙ арала оҫта итеп төшөрөргә өйрәнде. Ауылыбыҙға шундай йәш, әммә балаларҙың һәләтен аса белгән педагог эшкә килеүенә шатбыҙ.

Оксана Диярова, Раевка ауылында йәшәүсе

Йәш белгес «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһында ҡатнашып бер миллион һум аҡса алған. Аҡсаны ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн тотонған. Раевкала бер йыл эсендә йорт төҙөткән.

Ҙур рәхмәтлемен, дәүләттән бүленгән аҡсаға йорт һалдыҡ , әле уның эсен эшләйбеҙ. Район хакимиәте бүлгән фатирҙа торам. Ниһайәт хыялым тормошҡа аша.)

Руфь Бикмаева, Әлшәй балалар сәнғәт мәктәбе педагогы

Йорт һалыу эше былтыр көҙ субсидия алғас та башланған. Быйыл көҙ йәш уҡытыусы өй туйларға йыйына.

Рәмилә Исмәғилева