Ҡасандыр ташландыҡ хәлдә ҡалған сығанаҡҡа яңы һуҡмаҡ һалынған. Урындағылар дами рәүештә тыуған ерен төҙөкләндереүгә көс һала. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Тәртипкә килтерелгән шишмә һыуы шундуҡ биҙрәләргә тултырылды. Тәбиғи сығанаҡ һыуы таҙа, саф һәм шифалы. Байрамда унан байрам былауы ла бешерелде.
Бынан һуң, шишмәнән халыҡ өҙөлмәҫ, тигән ышаныста уны тергеҙеүселәр. Ҡасандыр уның саф һыуын ауылға нигеҙ һалған ата-бабалар эскән. Шуға ла сығанаҡты тергеҙеүҙе урындағы халыҡ изге эш һанай.
Шишмәне тергеҙеүгә бөтә ауыл халҡы дәррәү ҡушыла. Ауылда күптән йәшәүселәр боронғо сығанаҡтың урынын күрһәтә. Тиҫтә йылдар дауамында инеш ташландыҡ хәлгә ҡала. Ауыл халҡы шишмәне таҙарта, ҡойо ултырта, баҫҡыс ҡуя.
Изге эш атҡарылып сығыуын урындағы халыҡ байрам менән билдәләне. Күңел асыуға күрше ауылдарҙан да килгәйнеләр. Халыҡ күңелле уйындарҙа ҡатнашты, концерт ҡараны.
Шаран районында «Атайсал» проекты сиктәрендә изге эштәр бының менән генә сикләнмәй. Әүҙем халыҡ зыяраттарҙы кәртәләй, мәсеттәр төҙөй, парктарҙы тәртипкә килтерә. Киләсәктә изге ғәмәлдәр дауам итәсәк.
Рәзилә Ғилметдинова