Баймаҡ ҡалаһының «Миләш» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре әсә телен уйын формаһында өйрәнә. Балаларҙың рус, инглиз телдәрен дә ҡыҙыҡһыныуы көслө. Полилингваль йүнәлештә махсуслашҡан мәктәпкәсә учреждение өсөн был бик тә мөһим. Әйткәндәй, «Миләш»тәр 2023 йылда «Урындағы башлағыстарҙы яҡлау» программаһы сиктәрендә балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереүгә лә өлгәшә. Уйын ҡорамалдарын алыуға йәмғеһе 800 мең һумға яҡын аҡса тотонолған.
Бай тарихлы Баймаҡ ҡалаһы лицей-интернаты ла яңырыу кисерә. Башҡортостанға ғына түгел, етмеш йылдан ашыу тотош илгә лайыҡлы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгән белем усағында - капиталь ремонт. Өҫтәүенә, ул яңы уҡыу йылынан полилингваль күп тармаҡлы мәктәп булараҡ эш башлаясаҡ.
Туған телдәрҙе өйрәтеүҙә яңы алымдар, заманса йүнәлештәр Башҡортостан башлығы ҡуйған төп маҡсаттарҙың береһе. Радий Хәбиров башланғысында республикала тормошҡа ашырылған полилингваль белем биреү бөгөн етди аҙымдар менән алға табан бара. Әле улар иҫәбе 8-гә етте.
Иҫке Сибай ауылы мәктәбе биләмәһендә төҙөлөш эштәре яңы уҡыу йылы алдынан тамамланыр тип көтөлә. Бында спорт менән шөғөлләнеү өсөн бер нисә майҙансыҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 500-ҙән ашыу уҡыусыны һыйҙыра алған белем усағына быйыл 48 бала аяҡ баҫа. Мәғариф учреждениеһы яңы уҡыу йылын икенсегә ҡаршылай.
Иҫке Сибай ауылы мәктәбенең йыһазландырыу кимәле бер, ә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының матди-техник базаһына, хатта Өфөләге һөнәри урта махсус уҡыу йорттары көнләшерлек.
Заманса шарттарға ярашлы йыһазландырылған яҡты, иркен уҡыу кабинеттары кемде генә йәлеп итмәй. Ҡабул итеү комиссияһының да буш торған көнө юҡ. Сере ябай. Белем артынан килгән студент бында бер юлы бер нисә һөнәр үҙләштерә ала.
Радий Хәбиров Урал аръяғы агросәнәғәт колледжына тиңләшерлек республиканың башҡа урта махсус уҡыу йорттарының да төҙөкләндереләсәген белдерҙе. Ә баймаҡтарға тағы бер баҫҡысҡа күтәрелергә яңы мөмкинлектәр асыла.
Республика башлығының спортҡа ҡарата иғтибары тармаҡ үҫешенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Баймаҡ ҡалаһының «Труд» стадионында мәҫәлән, төрлө быуын вәкилдәре шөғөлләнә. Бөгөн ул 10 йүнәлеш буйынса махсуслашҡан. Яҡын арала самбо һәм тай боксы секцияларын асыу күҙаллана. Бының өсөн төплө база ла бар.
Балаларҙы ташыу, ғөмүмән, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү буйынса ла урында шарттар тыуҙырылған. Йыл башынан ғына Баймаҡ районы 9 яңы автобус алған. Баш ҡалаға уның маршруты Сибай - Асҡар - Белорет аша үтә.
Водитель категорияһына ҡарап дәүләттән өҫтәмә түләүҙәр ҙә ҡаралған. Автобустар яңы булыуға ҡарамаҫтан, улар көн дә тикшереү үтә. Хәүефһеҙлек талаптарының береһе. Йәмәғәт транспорты бәләкәй ҡалалар һәм ауыл биләмәләре өсөн тәғәйенләнгән федераль программа буйынса һатып алынған. Яңы автобустар пассажирҙарҙы хәүефһеҙ һәм уңайлы йөрөтөү өсөн барлыҡ талаптарға ла яуап бирә. Глонасс системаһы менән тәьмин ителгән.
Әлбиттә, төбәк өсөн мөһим юл инфраструктураһы ла яҡын арала хәл ителәсәк. Улар төҙөлөш планына ингән. Тәү сиратта Сибай - Аҡъяр трассаһын тейешле кимәлгә еткереү бурысы ҡуйылған. Һөҙөмтә күренә. Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров үҙәккә үткән юлды ремонтлауҙы айырым контролгә алырға ҡушҡайны.
Объектта эшсе ҡулдар, техника ла етерлек. Сеймал менән дә проблема юҡ. Ул Баймаҡта былтыр августа сафҡа ингән асфальт-бетон заводынан килтерелә. Проект ҡеүәте сәғәтенә 160 тоннаға тиклем етә.
Ябай кеше өсөн был урын ниндәйҙер торбалар сығып торған ялан ғына. Ләкин уның аҫтында алтын ята. Ҡиммәтле металл ер аҫтынан махсус торбалар аша сығарыла.
Был алым экологик йәһәттән иң отошлоһо. Алтын сығарыуҙа натрий хлориды ғына файҙаланыла. Йәғни, ергә ябай тоҙ ғына индерелә. Эш мауыҡтырғыс, ә иң мөһиме йәшәгән ерҙән алыҫ түгел, ти хеҙмәткәрҙәр.
Сәнәғәт предприятиелары муниципалитеттар өсөн ҙур терәк. Хәйбулла тау компанияһы ла Баймаҡ районы менән тығыҙ хеҙмәттәш итә. Урындағы иҡтисадты үҫтереүгә тос өлөш индерә. Аграр төбәк булыуға ҡарамаҫтан, Баймаҡ районы сәнәғәт өлкәһенән дә яҡшы килем ала. Ҡойоу-механика заводы шундай предприятиеларҙың береһе. Бында әле 400 кеше эшләй. Уртаса хеҙмәт хаҡы илле меңдән ашыу. Токарҙәр иһә 80 меңдән дә кәм алмай.
2018 йылдың октябрь аҙағы. Радий Хәбировтың Урал аръяғына тәүге эш сәфәре. Ул саҡтағы Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға эш тау һымаҡ булып өйөлә. Халыҡтың мөрәжәғәттәре, йылдарға һуҙылған төбәк проблемалары араһында төп мәсьәләләрҙең береһе карьерға ҡағыла.
Шул уҡ ваҡытта эштәр контролһеҙ алып барылған. Ойошма сифатлы ҡатламды алғандан һуң, биләмәгә рекультивация үтәмәйенсә ташлап китә. Радий Хәбировтың мәсьәләне етди контролгә алыуы һөҙөмтәһендә төбәктә вәхшиҙәрсә ҡыланыуҙарға нөктә ҡуйыла.
Радий Фәрит улының булышлыҡ итеүе ярҙамында Темәс карьерҙары рекультивациялана. Эш өмәләп башҡарыла.
Ә 2021 йылда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу һорауҙары буйынса ведомство-ара комиссияһы төҙөлә.
Баймаҡ районында шулай уҡ бер-бер артлы башҡа тармаҡ мәсьәләләре лә хәл ителә. Һаулыҡ һаулыҡ өлкәһендә мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ғына төбәктә тиҫтәләп модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланылыуға тапшырылған. Ғүмәр ауылындағыһы 240 кешене, шул иҫәптән 18 йәшкә тиклемге 49 баланы хеҙмәтләндерә. Унда ошо ауыл ҡыҙы - йәш фельдшер Азалиә Әхмәтйәнова эшләй.
Әйткәндәй, Баймаҡ районында «Ауыл табибы» , «Ауыл фельдшеры» кеүек программалар уңышлы тормошҡа ашырыла.
Бай тарихлы, өмөтлө киләсәк менән йәшәгән Баймаҡ районында башҡараһы эштәр күп. Халыҡтың берҙәм, тырыш хеҙмәтендә төрлө социаль мәсьәләләр хәл ителә. Улар республика етәкселеге ярҙамында, урындағы халыҡ мәнфәғәтен иҫәпкә алып башҡарыла.
Азат Ғәлиуллин