Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Жуков миҙалына күрһәтелде

  "Балапан" ҡушаматлы  яугир реактив артиллерия батареяһында хеҙмәт итә.  Уларҙың хәрби оҫталығы  штурмлаусы  төркөмдәргә  алға  барырға  мөмкинлек биргән.  Был турала  Хәйбулла район хакимиәтенән хәбәр итәләр.  Башҡортостанда  контракт төҙөүселәргә түләүҙәр артты.  Федераль аҡсаны ла иҫәпкә  алғанда  Оборона  министрлығы менән килешеү төҙөгәндән  һуң бер тапҡыр  1 миллион  205 мең һум бирелә.