Бөгөн уның икенсе көнө. Ижади бәйге Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовтың тыуған көнөнә һәм Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арнала. Быйылғы конкурста 300-гә яҡын заявка ҡабул ителгән. Ярым финалға 36 композитор һәм автор-башҡарыусы һайлап алынған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Фестиваль - патриотик рух тәрбиәләй, илһөйәрлекте сағылдыра”, ти Башҡортостандың халыҡ артисы, композитор, баһалама комиссияһы ағзаһы Нур Дауытов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт"Геройҙар дәүере" конкурсы быйыл 3-сө тапҡыр ойошторола. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Еңеүселәр бөгөн Совет майҙанында билдәле була. Шулай уҡ тамашала Рәсәй милли гвардияһы өлгөлө оркестры, Асҡар Абдразаҡов, Ольга Кормухина, Элвин Грей сығыштары көтөлә.