Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙа. Бәләбәй, Нефтекама, Салауат, Учалы һәм Благовещен ҡалаларында биләмәләр матурлана. - Башҡортостанда федераль аҡсаға яңы, уңайлы урындар булдырыла, - ти Радий Хәбиров. Беҙҙең республика һуңғы биш йылда Рәсәйҙә "Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү буйынса иң яҡшы төбәк" тип танылды.