Республика менән идара итеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, уларҙың күбеһе юлдар сифатына бәйле. Бер аҙнала ремонтҡа ҡағылышлы 1 мең 700 хәбәр ҡабул ителгән. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе - Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан һәм Ҡырмыҫҡалы районынан. Шулай уҡ ағас ултыртыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, сүп сығарыу, йәмәғәт транспорты йөрөшө буйынса күп яҙғандар.