Пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереү буйынса стратегияла шундай бурыс ҡуйылған. Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Пилотһыҙ авиация өсөн төп аэродром Первушинда була. Ошонда уҡ осоштар менән идара итеү үҙәге урынлаша. Үҫеш өсөн бер нисә төп йүнәлеш билдәләнгән. Улар - ҙур етештереү үҙәктәре булдырыу, инфраструктураны яҡшыртыу, кадрҙар әҙерләү һәм был өлкәлә тикшеренеүҙәр алып барыу.