Өфөнөң 450 йыллығына сит ил ҡунаҡтары килә

Республика Башлығы белдереүесә,  тантанаға саҡырылған ҡунаҡтар исемлегендә Президенттың Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Абхазия президенты Аслан Бжания,  Беларусь премьер-министры  Роман Головченко бар. Шулай  уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан рәсми делегациялар, төбәктәр, ҙур ҡалалары башлыҡтары килеүе көтөлә. Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан төп тантаналар 31 августа була.