Башҡортостанда власть органдары етәкселәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 1-се класҡа барған балаларын уҡыу йылының тәүге көнөндә мәктәпкә оҙатасаҡ. Был турала хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. - Бер йыл элек ошонай башланғыс менән сыҡтыҡ. Йоланы дауам итеп, изге эш эшләргә кәрәк, - тине Радий Хәбиров. Яңы уҡыу йылы 2 сентябрҙә башлана. Башҡортостанда 524 мең мәктәп уҡыусыһы бар, уларҙың 48 меңе 1-се класҡа бара.