Ишембайҙа Башҡортостан нефтен асыусылар майҙаны яңыртылды

 Ишембай ҡалаһында тулыһынса реконструкциянан һуң Башҡортостан нефтен асыусылар майҙаны асылды. Төҙөкләндереү эше  «Роснефть»  һәм Башҡортостан Республикаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә «Башнефть»компанияһы ярҙамында башҡарылды.  Ишембай ҡалаһы - Башҡортостандың көньяғындағы индустриаль үҙәктәрҙең береһе, 1932 йылдың 16 майында  бында башҡорт нефтен сығарыу башлана. Ҡаланың символы булған геологтың ун ике метрлыҡ гранит һәйкәле    урынлашҡан   үҙәк майҙанды яңыртыу концепцияһы ҡала халҡының фекерен иҫәпкә алып эшләнелгән.

 Бында инженер селтәрҙәре яңыртыла, асфальт япма һәм тротуар плиткаһы алмаштырыла. Майҙанда күмәк саралар үткәреү өсөн амфитеатр ҡуйылған,  ял итеү зоналары йыһазландырылған, ҙур заманса балалар майҙансығы ҡуйылған,  видеокүҙәтеү системаһы бар. Майҙанда  мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған.

 Дөйөм алғанда, һуңғы биш йылда Ишембай районында «Башнефть» ярҙамында мөһим социаль проекттар тормошҡа ашырылған. Мәҫәлән, Петровское ауылындағы участка дауаханаһы реконструкцияланған, 3-сө урта мәктәптең балалар поликлиникаһы ремонтланған. Бынан тыш, Башҡортостан нефтселәре даими нигеҙҙә район ауылдарында һыу үткәргес селтәрҙәрен ремонтларға ярҙам итә, үҫентеләр ултырта, шишмәләрҙе төҙөкләндерә.