Радий Хәбиров республика медицина учреждениеларына яңы автомобиль асҡыстары тапшырҙы

«Сәләмәтлек» милли проекты буйынса аҡ халатлыларға 135 еңел машина бүләк ителде. Яңы транспорт пациенттарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртып ҡына ҡалмай, табиптарҙың көндәлек эшен дә еңеләйтәсәк. Йыл аҙағына тиклем республика дауаханалары автопаркын тағы ла 70 автобус менән тулыландырыу күҙаллана.

Яңы техника мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы йөрөтөү, ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Автомобилдәр Глонасс, видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған, иркен уңайлы салондарҙа тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Республикала һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын төҙөкләндереү, транспорт сараларын яңыртыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Транспорт сараларын яңыртыу төбәктә медицина хеҙмәте сифатын камиллаштырыуға ыңғай йоғонто яһай.