Павловка һыуһаҡлағысына «Славир» һауа мендәрендәге судно төшөрөлдө

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының эҙләү-ҡотҡарыу отрядына яңы техника һатып алынды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ҡотҡарыусыларҙың техника паркы «Славир» судноһы һәм «Бурлак» авария-ҡотҡарыу машинаһы менән тулыланды. Уларҙы эштә һынап ҡарау барышын БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова барып күрҙе.

«Славир» судноһы Павловка һыуһаҡлағысында һынауҙар үтә. Руль артында Артур Тажетдинов. Ул ҡотҡарыусы ғына түгел, тәжрибәле водитель дә. Эш буйынса Артур Роберт улына төрлө моделдәр, заманса ҡотҡарыу машиналары менән идара итергә тура килә. Яңы килгән техниканы ла уға ышанып тапшырғандар.

Суднонан тыш, быйыл йәй республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының эҙләү-ҡотҡарыу отряды»КамАЗ» автомобиле базаһындағы ауыр класлы авария-ҡотҡарыу машинаһы менән тулыланды. Яңы транспорт арҡаһында эш һөҙөмтәһе лә артҡан. Һыу инеү миҙгелендә отряд 24 кешене ҡотҡарған.

Былтыр көҙ, төбәк башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш барышында урындағы балыҡсы отрядҡа заманса ҡотҡарыу техникаһы һатып алыуҙа ярҙам итеүҙе һорағайны. Ул подразделениеның уңышлы эшләүен, бәләгә тарыған кешеләрҙе ҡотҡарыуын да билдәләгәйне. Яңы судно «2030 йылға тиклем Башҡортостан биләмәһендәге янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы» программаһына ярашлы һатып алынған. Бынан тыш, отряд яңы бина туйлай. Ике ҡатлы модулле ҡоролма хеҙмәткәрҙәргә ял итеү, дежурҙа тороу, техниканы һаҡлау өсөн дә уңайлы.

Отряд яңы хеҙмәткәрҙәр менән тулыланды. Быға тиклем 16 кеше эшләй инек, хәҙер 22. Беҙгә һыу өҫтөндәге конструкцияларҙа ҡышларға тура килә ине. Беренсенән, һыуыҡ, икенсенән, тар була башланы. Яңы бина төҙөгәндәре өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенә рәхмәтлебеҙ. Хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләрҙән тыш, һалҡын һәм йылы бокстар бар. Унда техниканы һаҡлайбыҙ.

Юрий Печеницын, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу бригадаһы етәксеһе

Павловка һыуһаҡлағысы республика халҡы һәм уның ҡунаҡтарын йәлеп итеүсе төп урындарҙың береһе. Уның буйында 30-ҙан ашыу ял базаһы урынлашҡан. Яңы техника ярҙамында ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына күпкә тиҙерәк барып етә аласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова