«Әҙәбиәттә һәм сәнғәттә Миңлеғәле Шайморатов образы». Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Ул Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды.
Осрашыуҙа академия институттарының алдынғы ғалимдары һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, билдәле яҙыусылар һәм журналистар ҡатнашты. Ватанын яҡлар өсөн йәнен-тәнен аямаған шәхестәребеҙҙең береһе - Миңлеғәле Шайморатовтың исемен халыҡ бер ваҡытта ла онотмай. Арҙаҡлы шәхесебеҙ хаҡында йырҙар ижад ителгән, легендалар тыуған, романдар, поэмалар, драмалар яҙылған, сәхнәләрҙә уның трагик образы, көслө рухы сағылдырыла. Сара барышында Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡорт публицистикаһының үҫеш үҙенсәлектәре темаһы ла күтәрелде. Сәнғәттә Шайморатов образын тыуҙырыу ҙа ҙур аспект булып тора. Легендар комдивтың исеме күренекле башҡорт рәссамдары ижадында ла йыш осрай. Атап әйткәндә, Салауат Щербаковтың монументаль скульптураһынан башлап, Алексей Храмов, Александр Скорняков һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре менән тамамлана.