Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҙур булмаған Ҡушый ауылынан ике тиҫтәгә яҡын ир-егет ҡулына ҡорал алып фронт һыҙығына юллана. Тыл хеҙмәткәрҙәре лә ал-ял белмәй Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көрәшә. Ауыл халҡы яу һәм тыл ҡаһармандарының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Ҡушыйҙа Дан орденының тулы кавалеры Вәлиәхмәт Сөләймәновҡа стела ҡуйылған. Быйыл уға яңы һулыш бирелгән. Шулай уҡ майҙанда Ҡушый ауылы яугирҙарының исем-шәрифтәре уйылған мәрмәр таҡтаташтар беркетелгән. Яу ҡаһармандарының яҡты иҫтәлеген мәңгеләштерелгән. Бөйөк Ватан һуғыш ветеранының вариҫтары бар матди сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алған. Изге эшкә ауыл халҡы ла ихлас ҡушылған.
Стеланы асыу тантанаһында ҡатнашыусылар билдәләүенсә, әлеге заманда тарихты боҙоп күрһәтергә тырышыусылар ҙа юҡ түгел. Әммә Сөләймәновтарҙың вариҫтары һымаҡ ата-бабаларының яҡты иҫтәлеген һаҡлаған, хөрмәт иткән йәш быуын булғанда тарих сылбыры өҙөлмәйәсәк, быуындар күсәгилешлеге һаҡланасаҡ. Туғандар был юлы ла яу юлы үткән, оҙаҡ йылдар ферма мөдире булып эшләгән Мәһәҙей Сөләймәнов тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, мәсеттә яҡындарына бағышлап аят уҡытты. Өләсәйем менән олатайым тыуған яғыбыҙҙың ысын илһөйәрҙәре булды, беҙҙә лә бәләкәй саҡтан илгә, халҡыбыҙға, тарихҡа һөйөү тәрбиәләне, ти ошо изге эштең башында торған эшҡыуар Динар Шаһиев.