Улар республика тормошонда әүҙем ҡатнашҡан хаҡлы ялдағылар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк программаһы Радий Хәбиров башланғысында 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Былтыр мәҫәлән, «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты буйынса егерме мең пенсионер Башҡортостандың тәбиғәт һәйкәлдәре, иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт иткән. Бынан тыш, Абхазия, Мәскәү һәм Санкт-Петербургҡа пилот турҙар ойошторолған. Сиратта киләһе йылдан «Ғаилә» исеме аҫтында тағы бер сара өҫтөндә эш башланған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» фестивале сиктәрендә бөрйәндәр Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарын сергетыш эшләү серҙәренә өйрәтте. Ул атты һыуыҡтан һаҡлаған һәм эйәр аҫтына һалына торған кейеҙ. Борондан ҡалған кәсеп бөгөн дә һаҡлана, өҫтәүенә сергетыш мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелгән.
Был маҡсат тотошлайы менән «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» республика проектына тура килә. Ул Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысында 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Бөгөн йәмғеһе 36 саранан торған 7 төр йүнәлештә эшләй.
Республика проектына ҡушылырға теләүселәр өсөн төбәктә бар мөмкинлектәр ҡаралған. Пенсия йәшендәгеләр күңеленә яҡын үҙ шөғөлөн таба ала. «Мәҙәниәт һәм ижад» тип исемләнгән йүнәлештә мәҫәлән, дүрт йыл эсендә 147 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ә туризм өлкәһен 38 меңләбе файҙаланған.
Тап әүҙем тормош алып барыусылар бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концертында үткән фестивалдә айырым билдәләнде. Йәмғеһе 8 кеше Гран-приға лайыҡ булды. Республика башлығы көнүҙәк мәсьәләләргә лә туҡталды. Шуларҙың береһе оло быуын вәкилдәре зыян күргән мутлашыу осраҡтары.
Ә проект бының менән генә сикләнмәйәсәк. Киләсәккә маҡсат тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләү. Был йәһәттән Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡарма властың органдары менән берлектә 2025 йылдан «Ғаилә» милли проектын тормошҡа ашырыу юлдарын барлай.
Азат Ғәлиуллин