Бөгөн Башҡортостан менән Донбасс халҡы йөрәге бергә типте. Иртәнге сәғәт 7-нән киске 10-сы яртыға тиклем Башҡортостан юлдаш телеканалында «Батырҙар дәүере» телемарафоны тура эфирҙа генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың 125 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Илебеҙҙе фашизмдан азат итеп, тиңдәшһеҙ яуҙа башын һалған Рәсәй Геройының яҡты иҫтәлегенә арналған илһөйәрлек марафоны хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
«Салауат вариҫтары сигенә белмәй!» Генерал Шайморатовтың ҡанатлы һүҙҙәре бөгөнгө көнгә ауаздаш. Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында легендар комдив биографияһына ,112- се Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән шанлы юлдар йыльяҙмаһына байҡау яһалды. Тура эфирҙа алғы һыҙыҡта Ватан һуғышы яугирҙарының ҡаһарманлығын дауам итеүселәр сығыш яһаны. «Боцман» ҡушаматлы яугир ике йыл махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлай. Батырлығы өсөн Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Яугирҙың улы ла хәрби һөнәр һайлаған һәм тиҙҙән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ.
Башҡортостан юлдаш телеканалы өсөн Ватанды һаҡлау һәм илһөйәрлек өҫтөнлөклө темалар. Әлеге ваҡытта беҙҙең ике телевизион төркөм алғы һыҙыҡта. Хәрби таманы яҡтыртыусы Азат Саҙрыев фронттан әҙерләгән репортаждарында илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән Шайморатов рухлы ир-уҙамандарҙың берҙәмлеген һәм ҡаһарманлығын сағылдырһа, Гүзәл Хәмитова Шайморатов эҙҙәрен һаҡлаған урындарҙан Донбасста йәшәүселәр менән бергә тура бәйләнешкә сыҡты.
Телемарафон барышында Республика хәрби комиссариаты, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды, Башҡортостандың Ситуация үҙәге, предприятие һәм ойошма етәкселәре менән тура бәйләнештәр уҙҙы. Республика һәр ваҡыт мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙа, тип билдәләне Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.
Тура эфирҙа әңгәмәләр барышында тамашасылар легендар комдивҡа һәйкәл, Шайморатов исемен йөрөткән орден һәм миҙалдың нисек төҙөлгәнен белә алды. Әйткәндәй, көн дауамында эфирҙа төрлө быуын йырсылары башҡарыуында «Шайморатов-генерал» йыры яңғыраны. Фонограмманың беренсе яҙмаһы 1942 йылда сыҡҡан. Һуңыраҡ был рухлы йырға күп кенә билдәле йырсылар яңы һулыш биргән. Композиция бөгөн дә тиклем халҡыбыҙҙың иң яратҡан йырҙарының береһе булып ҡала.
БСТ телеканалы 14 сәғәт ярым ваҡыт дауамында Башҡортостан менән Донбасс халҡы араһында тура эфирҙа дуҫлыҡ күперен һуҙҙы. Әңгәмәләрҙә йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты, төрлө майҙасыҡтарҙа 150 ашыу хеҙмәткәр эшләне. Генерал Шайморатов эҙҙәрен һаҡлаған төбәктә ысын ир-уҙамандар, беҙҙең дәүер геройҙары Ватан именлеге өсөн көрәште дауам итә. Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөндә уҙған марафонда ҡатнашҡан ҡаһарман яугирҙар, ирекмәндәр, ябай тамашасылар артабан да берҙәм һәм илебеҙ дошмандарына ҡарата аяуһыҙ булырға һүҙ бирҙе.
Гүзәл Борханова