Башҡортостанда ихаталарҙы төҙөкләндереү 30 сентябрҙә тамамлана

Быйыл 33 муниципаль берәмектә 143 ихата тәртипкә килтерелә. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, бөтә ихаталар 60 процентҡа әҙер. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән һуңғы биш йылда “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы  1 мең 326 ихата төҙөкләндерелгән. Был маҡсаттан республика бюджетынан 6 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.