Балтас районы Ҡомъяҙы ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды

Ул “Сәләмәтлек” милли проекты ярҙамында сафҡа инде. Медицина учреждениеһы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Панциенттарға сифатлы беренсел ярҙам күрһәтеү өсөн бар шарттар булдырылған. Медицина учреждениеларын модернизациялау программаһы барышында 2025 йылға тиклем республикала 450-нән ашыу фльдшер-акушер пунктын төҙөү бурысы ҡуйылған.