“Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсы еңеүселәре асыҡланды

Музыкаль бәйгегә илдең 36 төбәгенән 300-ҙән ашыу заявка ҡабул ителде. Еңеүселәр “Композитор”, “Автор йыры” һәм “Һүҙ авторы” номинациялары буйынса билдәләнде. Уларҙы республика Башлығы Радий Хәбиров бүләкләне.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Автор йыры” номинацияһында беренсе урынға Өфөнән Рәмил Бәҙәмшин Һәм Донецк Халыҡ республикаһынан Елена Юрченко лайыҡ булды. Иң яҡшы композиторҙар тип Өфөнән Олег Жданов һәм Архангел өлкәһенән Людмила Зыкова танылды. “Һүҙҙәр авторы” номинацияһында Өфөнән Олег Миңлеғәлиев еңеү яуланы. Рәхмәт хаты менән Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең өлгөлө оркестры етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, полковник Азат Шахмөхәмәтов бүләкләнде. “Илһөйәрлек конкурсы берләштерә, яңы ижади үрҙәргә этәрә”, ти  Урал Мөхәмәтйәров. Ул “Композитор” номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Батырҙар дәүере” Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсы өсөнсөгә ойошторолдо. Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға һәм баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арналған музыкаль сара Совет майҙанында үтте.