Генерал Шайморатов ордены кавалерҙары шундай башланғыс менән сыҡты. Был махсус хәрби операциянан әйләнеп ҡайтыусыларҙы ижтимағи тормошҡа йәлеп итеү, үҫеп килгән быуынды дөрөҫ тәрбиәләү мөмкинлеге бирә. Республика Башлығы тәҡдимде хупланы. - Бындай ойошма мотлаҡ кәрәк. Ҙур берләшмә була. Республика уны ойоштороуҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, - тине Радий Хәбиров.