Өфөнөң 450 йыллығына яңы автобустар. Бөгөн Республика башлығы «Башавтотранс» предприятиеһына 88 «Нефаз» асҡысы тапшырҙы.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йәмәғәт транспортын яңыртыу буйынса даими эш алып барыла. Биш йыл эсендә «Башавтотранс» предприятиеһы 1 мең 431 яңы, заманса автобус менән тулыланған. «Нефаз» автобустары республика ҡалаларында халыҡты хеҙмәтләндерһә, республика, Рәсәй төбәктәренә «Ютонг» автобустары йөрөй.
Радий Хәбиров белдереүенсә, транспорт паркын яңыртыу артабан да дауам итәсәк. Бөгөн алынған автобустарҙың төп өлөшө иһә Өфө урамдарына сыға, ә туғыҙы «Нефаз» автобустары йыйылған Нефтекама ҡалаһына юллана. Республика башлығы халыҡты ташыу буйынса мөһим һәм яуаплы бурысты башҡарған водителдәргә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе. Уңайлы хеҙмәт шарттары тыуҙырыу өҫтөндә эш дауам итәсәк, тине Республика башлығы.
Водителдәр әйтеүенсә, яңы автобустарҙа шарттар уңайлы. Багаж урындары ҡаралған, кондиционерҙар эшләй, инвалид коляскаһында хәрәкәт иткән йәки коляскалағы сабый менән ингән пассажирҙарҙы ултыртыу өсөн пандусты төшөрөргә мөмкин. Әлиә Ғәҙелшина йәмәғәт транспортын 7 йыл йөрөтә. «Нефаз»дарға тәү күреүҙән ғашиҡ булдым, үҙ һөнәремде яратам, хаҡлы ялға киткәнсе эшләргә ниәтләйем, ти Әлиә Рәфис ҡыҙы.