Башҡортостан Башлығын һайлауға республикала 20 тоннанан ашыу бюллетень әҙерләнгән. Уларҙың бер өлөшө башҡорт телендә. Бөгөн иртән улар территориаль һайлау комиссияларына юлланды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Благовар ауылындағы «Белая река» нәшриәте таңғы сәғәт алтыла уҡ эш башланы. Яуаплы һәм мотлаҡ башҡарыла торған процедураларҙың береһе. Типографиянан Үҙәк һайлау комиссияһына, артабан бюллетендәрҙе териториаль һайлау комиссияларына тапшырыу тураһындағы документҡа ҡул ҡуйыла. Ошо ваҡыттан алып нәшриәт үҙ бурысын үтәне тигән һүҙ, һайлауға әҙерлектең киләһе этабы башлана.
Бюллетендәр участкалар буйынса бүленгән. Полиэтиленға төрөлгән блоктар республиканың 54, Өфөнөң 7 районы һәм 9 ҡала округы өсөн тәғәйенләнгән. Улар иахсус элемтә ярҙамында хәүефһеҙлек сараларын үтәп алып барыла. Бының өсөн 7 маршрут төҙөлгән.
Артыҡ һәм боҙолған бюллетендәр һайлаусыларға тиклем барып етмәйәсәк. Улар ҡырҡып юҡ ителде. Шул иҫәптән баҫма формалар ҙа пресс аҫтына ебәрелде. Нәшриәт алдан бирелгән техник задание буйынса эшләгән. Башҡортостан башлығын һайлау өсөн 2 миллион 990 мең бюллетень, уларҙың 12 проценты башҡорт һәм 5 проценты татар телендә баҫтырылған. Шулай уҡ заказ буйынса брошюралар, иҫтәлектәр, һайлауға саҡырыу ҡағыҙҙары әҙерләнгән. Дөйөм тираждың ауырлығы 20 тоннанан ашыу.
Башҡортостан башлығын һайлауҙан тыш, 6,7,8 сентябрҙә граждандар төбәктә район, ҡала һәм ауыл биләмәләре советтарына депутаттар өсөн тауыш бирә. Улар өсөн дә рәсми бланктар әҙер.
Әлфинә Килдейәрова