Мәләүездә йәмәғәт биләмәһен асыу тантанаһы үтте

Рәсәйҙең өс ҡалаһы, шул иҫәптән Мәләүездә йәмәғәт биләмәһен асыу тантаналары үтте. Улар VII Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы лауреаттары. Быға тиклем Ағиҙел, Дүртөйлө, Яңауыл һәм Ишембай ҡалалары ла ошо конкурста еңеп сығып, федераль кимәлдә финансланғайны. Ғөмүмән, һуңғы 5 йылда республиканың тораҡ пункттарында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү һәм реновациялау буйынса ҙур эш башҡарыла. Күп проекттар федераль аҡсалар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ирешелгән уңыш - республика идара итеү командаһының тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе.

Мәләүез ҡалаһындағы йәмәғәт биләмәһе урындағы халыҡҡа бик күп яңы мөмкинлектәр асты. Йәйәүлеләр, велосипедта йөрөргә яратыусыларға махсус һуҡмаҡ һалынған. Мәҙәни тормош өсөн асыҡ һауала сәхнә, спорт менән шөғөлләнеүселәргә теннис өҫтәле, тренажерҙар һәм воркаут майҙансыҡтары ҡаралған. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан 150 миллион һум аҡса бүленгән.