Өфөлә «Ат уйнатып» хәрби - патриотик уйынына йомғаҡ яһалды

Өфөлә «Ат уйнатып» тип исемләнгән хәрби - патриотик уйынына йомғаҡ яһалды. Өс ай дауамында барған сара Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың яҡты иҫтәлегенә арналды. «Тамыр» телеканалы башланғысында ойошторолған проекттың исем туйы «Родина» кинотеатрында үтте. Ентеклеберәк БЮТ хәбәрсеһе Розалиә Ҡунысбаева.

Хәрби-патриотик уйын «Ат уйнатып» тип исемләнһә лә балалар һыбай сапманы, киреһенсә, мәктәптә алған белемдәрен һынаны. Ул еңелдән бирелмәне. Рухи көс, сыҙамлыҡ, етдилек талап ителде. Командала эшләү төп бурыстарҙың береһе.

Иң иҫтә ҡалғаны өсөнсө этап. Беҙ унда парашюттан һикерҙек. ҡурҡытманы.Беҙҙе бөтәһе лә поддерживать итте.

Әлиә Насретдинова, Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы

Өс этаптан торған сарала республика район-ҡалалары мәктәптәренең Шайморатовсылар кластары ҡатнаша. Уйынға быйыл 69 ғариза ҡабул ителһә, уларҙың 16-ы һайлап алыу туры аша үткән . Квест-уйындарҙа ҡатнашҡан иң етеҙ биш команда финалға сыға .

Беҙ һәр балаға илегеҙҙе яратырға тейешһегеҙ тип тыҡып түгел, ә уйын аша еткерергә тигән идея менән ошо проект тыуҙы.Идея Гөлназ Фәрит ҡыҙыныҡы.Был ысынында әйткәндә, ҙур масштаблы, тармаҡлы проект. Өсөнсө этапта балалар Патриот паркында 7 көн йәшәне. Иң-иңдәрен һайланыҡ.Күгәрсен районы шайморатовсылары еңеп сыҡты.

Әҙилә Һунарғолова, «Ат уйнатып» хәрби-патриотик проекты режиссеры

«Тамыр» телеканалы ойошторған проект республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Сараға Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығы ла булышлыҡ иткән.

Беҙҙең республикала Шайморатовсылар класы шул тиклем әүҙем итеп эшләп алып китте. һәм уларҙы тағы ла нығыраҡ балҡытып ебәрер өсөн. һәм уларҙы башҡаларға өлгө итеп ҡуйыр өсөн бына ошондай проект уйлап таптыҡ.Сөнки Бөтә республика балалар менән эшләргә тейеш булабыҙ. Улар уйындың бөтөн шарттарын урын-еренә еткерә алырмы, юҡмы тигән инек. Шөкөр,шул тиклем аҡыллы балалар килде.

Гөлназ Ҡолһарина, «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы етәксәһе

Илһөйәрлек рухында һуғарылған сара үҙ маҡсатына иреште, тип билдәләй ойоштороусылар. Проекта ҡатнашҡан балалар үҙҙәренә дәрт-дарман өҫтәп кенә ҡалманы, аңлатып биргеһеҙ хистәр ҙә кисерҙе. Күңелдәренә Ватансылыҡ тойғоһон һеңдерҙе.

Розалиә Ҡунысбаева