«Бишбармаҡ» кулинар студияһы махсус хәрби операция яугирҙарына тыуған яҡ күстәнәсе бешерә

Гуманитар ярҙам акцияһы кулинар студия етәксеһе Илдар Бикҡужиндың иҫтәлегенә арнала. Он, йомортҡа, бал, май һәм, әлбиттә, еңеүгә ышаныс. Махсус хәрби операциялағыларға бауырһаҡ бешергәндә төп ризыҡтар ошо. «Бишбармаҡ» кулинар студияһы акцияһына йыйылыусылар яугирҙарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп эште доға ҡылыуҙан башланы. Бөгөнгө сара - быйыл яҙ вафат булған билдәле эшҡыуар, Башҡортостандың ҡунаҡсыллыҡ илсеһе, республикалағы күп туристик проекттар авторы Илдар Бикҡужиндың башҡарып өлгөрмәгән эштәренең береһен тормошҡа ашырыу ине.

Изге эшкә Илдар Бикҡужиндың дуҫтары, яҡындары һәм туристик проекттарҙы бергәләп тормошҡа ашырған фекерҙәштәре ҡушылды. Бауырһаҡ өсөн кәрәк-яраҡты акцияла ҡатнашыусылар үҙҙәре алып килде. 100 дана йомортҡаға баҫылған ҡамырҙан бешерелгән баллы күстәнәс ошо көндәрҙә сираттағы гуманитар ылау менән яугирҙарға ебәреләсәк.