Радий Хәбиров VI БРИКС илдәренең йәш дипломаттары менән осрашты

«Торатау» конгресс-холлында үткән сарала 30 дәүләтте берләштергән йәҙҙән ашыу делегат ҡатнашты. Көн тәртибендә БРИКС киңлегендә мәҙәни-гуманитар һәм йәштәр хеҙмәттәшлеге, донъяуи сәйәси үҙгәрештәр һәм глобаль хәүефһеҙлек, берҙәмлек һорауҙары ҡаралды. БРИКС илдәренең йәштәр форумы Башҡортостанда 31 августҡа тиклем дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

21-се быуат өсөн һынылышлы ваҡиғалар осоронда БРИКС илдәренең донъя сәйәсәтенә йоғонтоһо арта. Глобаль хәүефһеҙлек, берҙәмлек, милләт-ара татыулыҡ идеяларына нигеҙләнгән ойошмала йәш дипломаттарҙың фекерҙәре һәм проекттары иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Өфөлә асылған VI-сы БРИКС илдәренең йәш дипломаттарын видеобәйләнеш аша Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров сәләмләне.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәш дипломаттар менән осрашыуҙа республиканың һәм Рәсәйҙең БРИКС ойошмаһындағы роленә, дәүләт-ара хеҙмәттәшлек һорауҙарына туҡталды. Йәштәр осрашыуының майҙаны осраҡлы һайланмаған - Башҡортостан күп йылдар дауамында төрлө милләттәрҙе, мәҙәни ҡараштарҙы, көнсығыш һәм көнбайыш цивилизацияларын берләштергән төбәк.

БРИКС илдәре менән хеҙмәттәшлек республика тышҡы иҡтисадының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Ярты йыл эсендә дәүләт-ара тауар әйләнеше 10 процентҡа артҡан. БРИКС илдәре Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенең өстән бер өлөшөн тәшкил итә.

Эфиопия менән Рәсәй дуҫлығына күп быуаттар элек үк нигеҙ һалынған. Бөйөк яҙыусы Александр Пушкиндың ата-бабаларының тамырҙары Эфиопия менән бәйле, шуға ла беҙҙең баш ҡала үҙәгендә Пушкин майҙаны төҙөлдө. БРИКС ойошмаһында тығыҙ хеҙмәттәшлек һанлы үҫеш, инвестициялар, технологиялар йүнәлешендә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырырға, донъяла тыныслыҡ ойоштороуға этәргес булыр тигән ышаныстамын.

Беньямин Эферем, Эфиопия делегаты

БРИКС йәш дипломаттары форумы Өфөлә өс көн дауам итә. Делегаттарҙы бай эшлекле һәм мәҙәни-тарихи программа көтә. Форум халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу, милләт-ара татыулыҡты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Флорида Ким