Нимә ул илһөйәрлек, Ватанға һөйөү нисек тәрбиәләнә? Башҡортостан башлығының Шайморатов класы уҡыусылары менән әңгәмәһе ошо һорауҙарҙан башланды. Осрашыу «Патриот» паркында үтте.
Шайморатов кластары Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йылдан алып ойошторола башланы. Махсус синыфтар уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашҡан алдынғы, көслө уҡыусыларҙан туплана. Әлеге көндә Башҡортостан белем усаҡтарындағы Шайморатов кластарында 5 мең тирәһе уҡыусы белем ала. «Патриот» паркында үткән профилле сменала быйыл 236 уҡыусы ҡатнашҡан.
Шайморатовсылар смена дауамында хәрби әҙерлек буйынса курстар үткән, спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа ҡатнашҡан. Уҡыусыларға 112-се Башҡорт квалерия дивизияһы музейы күсмә күргәҙмә алып килгән, «Тамыр» телеканалы тәүге башҡорт летчигы Ғәлимйән Ишмырҙин тураһында фильм күрһәткән. Шайморатовсылар сменаһынан балалар ҙа, кураторҙар ҙа ҡәнәғәт. фәһемле һәм мауыҡтырғыс программа булды, ти улар.