Республика район-ҡалаларында мәктәп автобустарының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелә

Маршрутҡа сыҡҡандары ла айырым иғтибарға алынған. Водителдең тейешле документы булмаған осраҡта 100 мең һумғаса штраф һалына. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Өфө Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда мәктәп автобустары тикшерелә. Пландан тыш сара яңы уҡыу йылы алдынан махсус үткәрелә. Дәүләт техник күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре транспорт сараһының торошон ҡарай. Төп иғтибар - руль һәм тормоз системаларының төҙөк булыуына йүнәлтелә. Талап буйынса, салонда хәүефһеҙлек ҡайыштары, аптечка, янғын һүндергестәрҙең булыуы мотлаҡ. Документация ла теүәл булырға тейеш

Ғөмүмән, мәктәп автобустарына контроль юғары. Уларҙың файҙаланыу ваҡыты ун йылдан ашмаҫҡа тейеш. Пассажирҙар ташыуға белем усағының лицензияһы булыуы шарт. Шулай уҡ мәктәп директорҙары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса махсус уҡыуҙар үтергә лә бурыслы.

Ә инде рейсҡа сыҡҡан мәктәп автобусының тейешле документы, шулай уҡ балаларҙы оҙатыусыһы булмаған осраҡта административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Водителгә 3, мәктәп директорын 25 мең һумға тиклем штраф һалына. Был федераль кимәлдә ҡуйылған талап.

Азат Ғәлиуллин