Республикала контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә түләү ваҡыты оҙайтылды

Башҡортостанда илдең оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған граждандарға арттырылған түләүҙәр ваҡыты оҙайтылды. Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда төбәк башлығы ҡушыуы буйынса контрактсыларға түләүҙәр суммаһы артып. ул 10 июлдән 205 мең һумдан 505 мең һумға тиклем күтәрелде. Ярҙам сараларын 2024 йылдың 31 авгусына тиклем алырға мөмкин ине. Хәҙер түләүҙәр ваҡыты 31 октябргә тиклем оҙайтылды. Бынан тыш, Рәсәй президентының 1 августан 31 декабргә тиклем килешеү төҙөгән хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указына ярашлы, федераль түләүҙәр менән бергә Башҡортостан хәрбиҙәре бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аҡса аласаҡ.