Башҡортостан башлығын һайлауҙа 13 меңдән ашыу бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе эшләйәсәк

Ғәҙел һәм асыҡ һайлау. Башҡортостан башлығын һайлауҙа 13 меңдән ашыу бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе эшләйәсәк. Был турала бөгөн «Торатау» Конгресс-холында үткән «Йәмғиәт һәм һайлау» эксперт түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙә фекер алышынды. Модератор булып Рәсәй Президенты ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советтың яуаплы секретары Александр Точенов сығыш яһаны. Сарала Башҡортостанда һәм Ырымбурҙа һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы вәкилдәре ҡатнашты. Шулай уҡ Татарстан, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре вәкилдәре онлайн форматта бәйләнешкә сыҡты.

Тәржемә: Башҡортостан йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, эксперттар республикала йәмәғәт күҙәтеүселәре нисек әҙерләнеүе тураһында фекер алышты. Сентябрҙә көтөлгән һайлау сифатлы һәм һөҙөмтәле күҙәтеү аҫтында үтер, тип ышанам.

Данияр Абдрахманов, Башҡортостан йәмәғәт палатаһы рәйесе