Башҡортостанда «Сәскәләр урынына - балалар» акцияһында ҡатнашыуға теркәлеү башланды

«Сәскәләр урынына - балалар». Башҡортостанда хәйриә акцияһында ҡатнашыуға теркәлеү башланды. Уның асылы - уҡытыусыға уҡыу йылы башында кластан бер гөлләмә бүләк итеү, ә ҡалған аҡсаны Өфө хосписында тәрбиәләнеүсе балаларға ярҙамға йүнәлтеү. Бындай башланғыс менән уҡытыусы, ата-әсәләр йәки балалар сығыш яһай ала. Уртаҡ фекергә килгәндән һуң, ҡала хосписы сайтына инеп, тейешле форманы тултырырға кәрәк.

Экономияланған аҡса республикала онкология, генетик һәм неврологик ауырыуҙар менән сирләгән 300-ҙән ашыу балаға ярҙам буласаҡ. Сумманың класс исеменән йәки һәр ғаиләнән айырым булыуы мөмкин. Былтыр хәйриә акцияһында Башҡортостандың 45 мәктәбенән 100 класс һәм хатта бер балалар баҡсаһы ҡатнашҡан. Улар йәмғеһе 431 мең һум аҡса йыйған.