Өфөнөң 450 йыллығына республика буйлап туристик белешмә барлыҡҡа килде

Уны ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитеты әҙерләгән. Белешмәлә республика һәм Өфө тарихы, мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындары менән танышырға була. Йыйынтыҡҡа “Салауат Ере” тарихи-мемориаль паркы, “Янғантау” геопаркы, “Турахан” сәфәр йорто ла индерелгән. Бынан тыш, белешмәлә ҡунаҡханалар, дини ойошмалар, ауыл һәм ҡалаларға бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр күрһәтелгән.