Ҡала советы ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителде. Дуҫлыҡ билдәһе металдан ҡойолған, унда ҡул биреп күрешеү, ҡояш нурҙары, Өфөнөң символы - һыуһар һүрәтләнгән. Бындай билдә халыҡтар араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек урынлаштырыуҙа, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуҙа, тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыуҙа, инвестиция йәлеп итеүҙә, ҙур иҡдисади проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла.