Тыуған ил өсөн башын һалғандар тураһында хәтер мәңгелек

Көйөргәҙелә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ҡәберенә Хәтер таҡтаһы ҡуйыла. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов беҙгә ошо турала хәбәр итте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Руслан Бикмурзин Грузин-Абхаз бәрелешендә ҡатнаша. Батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткәне өсөн миҙалдар менән бүләкләнә. “Руслан көслө рухлы, яҡты күңелле егеттәрҙең береһе булды. Бокс менән шөғөлләнде. Хәрби ҡушаматы ла “Боксер” ине. Ысын һалдат, намыҫлы ир”, - тип хәтерләй яугирҙе иптәштәре. Руслан Бикмурзин махсус хәрби операцияла разведка ротаһында хеҙмәт итә, гранатометчик була. Былтыр 30 августа 44 йәшендә ғүмере өҙөлә.