“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты буйынса экскурсиялар ойошторола. Өлкән йәштәгеләрҙе 18 район һәм ҡаланан алып киләләр. Улар иртәгә һәм 31 августа баш ҡала үткән сараларҙа ҡатнаша. Быйыл проект барышында республика буйлап бер көнлөк сәйәхәттәр өсөн 48 миллион һум бүленгән. Йыл аҙағынаса проектҡа тағы 4,6 мең “көмөш быуын” турисы ҡушыла аласаҡ.