Ул ҡала эсендә һәм аэропортҡа тиклем йөрөй. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынада ошондай проект әҙерләнгән. Документҡа ярашлы, беренсе төркөм инвалидтар һәм инвалид балалар хеҙмәтләндерелә. Улар айына 4 тапҡыр бушлай социаль такси саҡырта аласаҡ. Һәр сәфәрҙең ике сәғәттән артыҡ ваҡытҡа һуҙылмауы шарт. Быйыл бюджетта социаль такси өсөн 20 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Уның ҙур өлөшө махсус транспорт алыуға тотонола. 6 миллион һумға яҡыны социаль хеҙмәттең эше өсөн бүленә.