Баймаҡ ҡалаһында һайлауға әҙерлек әүҙем бара

6,7,8 сентябрҙә Республика халҡы Башҡортостан Башлығы өсөн тауыш бирә. Әлеге ваҡытта һайлау участкаларында мөһим сәйәси кампания алды мәшәҡәттәре бара. Баймаҡ ҡалаһындағы 995-се һайлау участкаһындағы комиссия эше хаҡында киләһе сюжетта.

995-се һайлау участкаһы урынлашҡан ҡаланың 3-сө мәктәбе уҡытыусылары яңы уҡыу йылына әҙерләнә шулай уҡ тиҙҙән үтәсәк һайлауға ла әҙерлек әүҙем бара .13 кешенән торған комиссия ағзалары көн дә һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт еткереү буйынса эш алып бара.

Миләүшә Сырлыбаева менән Нурия Солтанғолова 20 йылға яҡын 995‐ се һайлау участкаһының комиссия ағзалары. Улар үҙ эштәрен яҡшы белә, үҙҙәрен һайлаусылар ҙа таный.

6,7,8 сентябрҙә Баймаҡ районы халҡы Башҡортостан Башлығын һайлау менән бер рәттән ҡала һәм район Советтарына депутаттар өсөн дә тауыш бирә. Сәйәси кампаниянан ситтә ҡалмау ил киләсәгенә битараф булмаған граждандар бурысы .