«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Торлаҡ» федераль программаһы буйынса 457 метр оҙонлоғонда юл төҙөлдө.
Юл япмаһын былтыр Муса Гәрәев урамы менән бергә ремонтлай башлайҙар. Улар икеһе лә Көрәш һарайы эргәһенән үтә һәм Рудольф Нуриев менән Комсомол урамдарын тоташтыра. Автомобиль юлының һәр йүнәлештә икешәр һыҙаты бар, ике яҡтан да тротуарҙар һалынған. Ремонт эштәре осоронда бында һыу һәм газ менән тәьмин итеү селтәрҙәре үҙгәртеп ҡорола, ямғыр канализацияһы, көс кабелдәре, элемтә селтәрҙәре төҙөлә һәм тышҡы яҡтыртыу ҡоролмалары яңыртыла. Шулай уҡ юл билдәләре, светофорҙар ҡуйыла һәм Архитектор Рехмуков урамы менән тоташҡан Комсомол урамы буйлап автобус туҡталышы үҙгәртеп ҡорола. Яңы объекттар Башҡортостандың баш ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыу уңайынан барлыҡҡа килде.