Көндөң аяҙайыуы республика аграрийҙарына урып-йыйыу эшен тиҙләтеү мөмкинлеге бирҙе

Хужалыҡтар 700 мең тоннаға яҡын иген йыйып алған. Ә ҡайһы бер райондарҙа ужым культураларын сәсеүгә тотонғандар. Шаран районында ла бөтә көстәр уңыш йыйыуға һалынған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Йәй ямғырлы булһа ла, баҫыуҙа янғынға ҡаршы саралар күрелә. Был ҡоролманы крәҫтиән-фермер хужалығында эшләүселәр үҙ ҡулдары менән йыйған. Комбайндар уңыш йыйған арала, техника көн буйына баҫыуҙа дежурҙа тора. Һауа торошо миҙгел алышыуын көтмәй урып-йыйыу календарына үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Рәмил Иҙиәтуллин хужалыҡҡа 90-сы йылдар башында уҡ нигеҙ һала. Әммә ошо йылдар эсендә бындай ямғырлы йәйҙе иҫләмәйем, ти ул.

Һуңғы аҙналағы тәүге ҡояшлы көндәрҙе комбайнсылар файҙалы һәм һөҙөмтәле итеп үткәрергә тырыша. Шуға күрә баҫыуҙа ҡараңғы төшкәнгә тиклем эшләйҙәр.

Ауыл хужалығы культураларын үҫтереү еңел эш түгел. Уңыш аҙ булһа ла насар. Күп булыуы ла яҡшы килем алыуҙың гарантияһы түгел. Әлегә синоптиктарҙың фараздары ҡыуандыра. Алдағы аҙнала ямғыр вәғәҙә итмәйҙәр. Әммә һауа торошо тиҙ үҙгәреүсән. Шуға күрә урып-йыйыуҙы мөмкин тиклем тиҙерәк тамамларға ашығалар.

Быйыл Шаран районы буйынса ярауай һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙаны 29 мең гектар тәшкил итә. Уларҙың 54 проценты йыйып алынған. Ямғырлы һауа торошон иҫәпкә алып, 6 хужалыҡта 9 иген киптереүсе ҡоролма эшләй.

Әлфинә Килдейәрова