Бөгөн «Торатау» конгресс-холында Волга буйы федераль округы субъекттары араһында «Йыл экспортеры» бөтә Рәсәй конкурсының округ этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы үтте. Республика етештереүселәре, эшҡыуарҙар стратегик сессияларҙа ҡатнашып экспортҡа сығарыу юлдарын барланы.
Башҡортостан мәтрүшкәһен -Ҡытайға. Нуриман районындағы «Чандар» асыҡ акционерҙар йәмғиәте беҙҙең хуш еҫле мәтрүшкәне сит илдәргә сығармаҡсы. Өсөнсө йыл ғына эшләп килгән ойошма шифалы үләнде һәм уның орлоған Рәсәй төбәктәренә һата. Дауалы үләндәрҙе сәсеп үҫтереү юлдары барлана. Сит ҡитғалар менән эшләү технологияларын өйрәнеү өсөн ойошма етәксеһе стратегик сессияла ҡатнаша.
«Экспорттың киләсәге» стратегик сессиялары сәнәғәт, агросәнәғәт, туризм, мәғариф, туризм, креатив индустриялар өлкәһендәге хеҙмәттәр йүнәлештәре буйынса ойошторолдо.Ҡатнашыусылар түңәрәк өҫтәлдәрҙә продукцияны эскспортҡа сығарыу темалары буйынса фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.
Сит илдән туристар килтереү өсөн юлдар, экспресс поезд йөрөтөрлөк тимер юлы, ҡунаҡханалар кәрәк тигән фекерҙә ,тармаҡ белгестәре. Сит ил ҡунаҡтары өсөн республика туробъекттары тураһында мәғлүмәт биреүсе берҙәм сайт булдырыу тәҡдиме лә бар.
«Милли брендтар: экспорт өсөн яңы офоҡтар» пленар сессияһында һуңғы йылдарҙағы иҡтисади шарттарҙа тышҡы сауҙаны үҫтереү юлдары ҡаралды. Башҡортостандың был йәһәттән ныҡлы бәйләнеш, ышыныслы дуҫлыҡ ептәре булдырған илдәре бар. Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан уҙғарылған саралар сиктәрендә уларҙан килгән вәкилдәр менән эшлекле осрашыуҙар ҡаралған.
Сара Волга буйы Федераль округы субъекттары араһында «Йыл экспортеры» бөтә Рәсәй конкурсының округ этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.
Рәмилә Исмәғилева